Главная » 2019 » Февраль » 6 » Башланғыс кластар аҙналығы.
12:18
Башланғыс кластар аҙналығы.

          Беҙҙең  мәктәбебеҙҙә 21 ғинуарҙан 1 февралгә тиклем башланғыс кластар аҙналығы үтте. Кластар араһында төрлө ярыштар, конкурстар үткәрелде. Уҡыусылар “Рус теле” көнөндә “Иң матур яҙыу”, “Шиғыр һөйләүселәр”  конкурсында ихлас ҡатнашһа, “Математика” көнөндә “Иң шәп математик”тар билдәләнде. “Математик КВН”, “Барыһын да белгем килә”, “Күңелле инглиз теле”  тигән  кластан тыш саралар үткәрелде. Театр йылына арнап  "Иң  яратҡан әкиәт геройым” темаһына ҡул эштәре конкурсында  һәр бала сәмләнеп ҡатнашты. Береһенән-береһе матурырыҡ ҡул эштәре алып килделәр. Башҡортостандың 100 йыллығына арналған  “Минең гүзәл Башҡортостаным” һүрәттәр конкурсы иғлан ителгәс, һәр уҡыусы ихлас ҡушылды.  “Спорт көнө”ндә уҡыусылар тау шыуҙы, конькиҙа йөрөнө, саф һауала уйындар  уйнаны. 1 класс уҡытыусылары Абдуллина М.А., Баязитова И.И. асыҡ дәрестәр күрһәтте. Аҙналыҡ дауамында һәр уҡыусы бик әүҙем ҡатнашты.

Просмотров: 190 | Добавил: vasilyaqwerty | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar