Главная » 2016 » Декабрь » 15 » День башкирского языка
11:39
День башкирского языка

 

Аҡмулла шиғырына күҙеңде баҡ

Шиғыры ла күңеле лә уның ап- аҡ.

Һәр һүҙенә иғтибарлап күңелең баҡ,

Зиһенеңә нур  һибелер

Ана шул саҡ.

      Эйе, күңеле аҡ Аҡмулла шиғырҙары аша беҙҙе шөкөр итергә, иманлы, рухлы, белемле, сабыр булырға  өндәй.

       Мәғариф министрлығы тарафынан ебәрелгән хат буйынса

14 декабрҙә беҙҙең мәктәптә Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 185 йыл айҡанлы берҙәм дәрестәр үткәрелде.

        Билалова Илсиә Мөбәрәк ҡыҙы уҡыусыларға заманында ҡара төндәге яҡты йондоҙ булып балҡыған , атаҡлы сәсән, шағир - мәғрифәтсе, бөтә төрки халыҡтарының билдәле оло талант эйәһе, Мифтахетдин Аҡмуллаға арналған «Аҡмулла – һәр заманға хаҡ мулла» темаһына тәрән йөкмәткеле берҙәм дәрес үткәрҙе. Ваҡыт үтһә лә, халҡым үҙенең һөйгән улын - Аҡмуллаһын онотмай. Киреһенсә, уның бөйөклөгө, ул сәсеп ҡалдырған шиғри ынйыларҙың күркәмлеге тағы ла асығыраҡ күренә. Сөнки уның ижады ҡабатланмаҫ бер моң булып бөгөн дә кешелекле, әҙәпле, намыҫлы, белемле булырға саҡыра, яҡты юлға әйҙәй.

 

Просмотров: 166 | Добавил: vasilyaqwerty | Рейтинг: 1.0/1
Всего комментариев: 0
avatar