Главная » 2017 » Январь » 31 » Итоги недели начальных классов
12:12
Итоги недели начальных классов

Итоги недели начальных классов

     Беҙҙең  мәктәбебеҙҙә башланғыс кластар аҙналығы үтте. Ул “Экология йылы”на арналды. Кластар араһында төрлө ярыштар, конкурстар үткәрелде. 2, 3 класс уҡыусылары “Тәбиғәтте яратайыҡ һәм һаҡлайыҡ” тигән сарала ҡатнашһа, 4 класс уҡыусылары “Тәбиғәт белгестәре” конкурсында көс һынашты. Барлыҡ башланғыс класс уҡыусылары ҡатнашҡан “Тәбиғәт һаҡсылары” уйыны ла бик ҡыҙыҡлы булды.

     Тәбиғәтте һаҡлауға арналған һүрәттәр конкурсында, викторинала ла ҡатнаштыҡ. "Кәрәк булмаған әйберҙәрҙән ҡул эштәре” конкурсында һәр бала сәмләнеп ҡатнашты. Береһенән-береһе матурырыҡ ҡул эштәре алып килделәр. Ҡоштарға ярҙам итеү маҡсатында “Тағараҡтар” конкурсы иғлан ителгәс, һәр уҡыусы ихлас ҡушылды.  Тағараҡтар ниндәй генә матеалдан эшләнмәгән ине. Атайҙар ярҙамында ағастан да, тимерҙән дә, ҡатырғанан да эшләнгән күҙҙең яуын алып торорлоҡ тағараҡтар алып килделәр. Аҙналыҡтың һуңғы көнөндә һәр класс үҙенең тағараҡтарын урманға алып барып ҡоштарға ем һалып ҡайтты.

      Аҙналыҡ дауамында һәр уҡыусы бик әүҙем ҡатнашты. Тәбиғәт тураһында белемдәрен байытты һәм уны һаҡлау бик мөһим икәнлегенә төшөндө.

 

 

Просмотров: 146 | Добавил: vasilyaqwerty | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar