Главная » 2019 » Октябрь » 24 » Милләтемдең рухи йондоҙо
10:01
Милләтемдең рухи йондоҙо

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 тулыу айҡанлы бөгөн республикабыҙҙа остазыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә арналған этношәмбе ойошторолдо. Был мөһим саранан Ташбулат урта дөйөм белем биреү мәктәбе лә ситтә ҡалманы.
Көндөң шаҡтай һыуыҡ булыуына ҡарамаҫтан, ергә ятҡан ап-аҡ ҡарҙай саф, ихлас күңел менән мәктәпкә ашыҡҡан уҡыусыларҙың да, уҡытыусыларҙың да кәйефе күтәренке ине.
Милли рух менән һуғарылған сараға башҡорт кейемендәге ҡыҙҙар-егеттәр тағы ла йәм өҫтәһә, спорт залында башланғыс кластар өсөн ойошторолған Һабантуй байрамында бәләкәстәр ихлас ҡатнашты. Класс етәкселәре менән бергәләп улар көйәнтәләп һыу ҙа ташынылар, ҡалаҡ менән йомортҡа ла ташынылар, көршәк тә ваттылар, арҡан тартышып, кемуҙарҙан аттарҙа сабышып, көрәштә көс һынашып, рәхәтләнеп күңел астылар.
5-11 кластар иһә, флешмобҡа "МОСТАЙ - 100 " рәүешендә теҙелеп, яратҡан шағирыбыҙҙың "Ҡайын япрағы тураһында" исемле шиғырын оло ғорурлыҡ менән бергәләп башҡарҙылар.
Артабан Мостай Кәримдең ижады буйынса башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары әҙерләгән викторинала ҡатнашып, уҡыусылар бөйөк әҙиптең ихадын яҡшы белеүҙәре менән ҡыуандырҙылар.
Тамашасылар араһында киң танылыу ала барған "Һеңлекәш" кинофильмын ҡарау ҙа уҡыусыларға бик оҡшаны.
Этношәмбе уҡытыусылар коллективы тарафынан ойошторолған флешмоб менән тамаланды.Әммә Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған саралар бының менән генә сикләнмәй. 

"Милләтемдең рухи йондоҙо" исеме аҫтында ағымдағы аҙнала башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Билалова Илсиә Мөбәрәк ҡыҙы, Хисмәтова Айгөл Зиннур ҡыҙы етәкселегендә көн дә мауыҡтырғыс саралар ойошторолоп килә. Мәҫәлән, "Белем-шоу" лингвистик брейн-рингта, әҙәбиәт белгестәре уйын-ярышында, М. Кәрим әҫәрҙәрен сағылдырған һүрәттәр конкурсында, "Рус түгелмен, ләкин россиянмын" шиғыр һөйләү бәйгеһендә лә уҡыусыларҙың барһы ла ҙур теләк менән ҡатнашты. Аҙналыҡ бөтә мәктәп ҡатнашлығында бөйөк шағир ижадына арналған бай йөкмәткеле әҙәби-музыкаль кисә менән тамамланасаҡ.

Просмотров: 12 | Добавил: vasilyaqwerty | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar