Главная » 2017 » Ноябрь » 15 » Неделя башкирского языка
04:44
Неделя башкирского языка

« Башҡортостан–баш илем...» девизы аҫтында үткән башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығына анализ /02.10.-10.10.2017/

      Аҙналыҡ уҡыусыларҙа туған телебеҙгә, әҙәбиәтебеҙгә, илебеҙгә, еребеҙгә һөйөү уятыу, ғорурлыҡ тәрбиәләү маҡсатынан сығып үткәрелде.

      Планлаштырылған барлыҡ саралар ҙа етди әҙерлекле, ойошҡанлы уҙғарылды. Бөтә эштәрҙә лә уҡыусыларҙың әүҙемлеге, ҙур теләктәшлек күрһәтеүе – мөһим күрһәткестәрҙең береһе булды. Быйылғы аҙналыҡ осрашыуҙарға бай булыуы менән дә айырылып торҙо.

       Уҡыусыларға башҡорт әҙәбиәте белгесе, яҙыусы, филология фәндәре докторы, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мирас Хәмзә улы Иҙелбаев;Һ. Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияhы лауреаты, “Почет Билдәһе” ордены кавалеры, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Миәкә районының М. Акмулла исемендәге премияһы лауреаты, балалар әҙәбиәтендә ижады менән лайыҡлы урын алғанГөлфиә Юнысова; донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре , Башҡортостандың Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы Зәйнетдиновтар кеүек күренекле шәхестәр менән аралашыу бәхете тейҙе.

Шулай уҡ “Бабич” фильмын ҡарау бәхете лә тап аҙналыҡ барышына тура килеүе йәһәтенән әһәмиәтле булды.

«Ер яҙмышы беҙҙең ҡулда» ижади эштәр конкурсы уңышлы һәм уңдырышлы булды. Алдан яҙышҡан уҡыусыларҙан тыш, ижад күгендә күп кенә яңы исемдәр ҙә ҡабынды. Иң уңышлы эштәр матбуғатҡа тәҡдим ителде. Бәшәрова И. Үҙенең йыйынтыҡта баҫылып сыҡҡан шиғырҙары менән таныштырҙы, ижад юлында уңыштар теләне.

I урын –Бәшәрова И., Киселева О., Сәйетғәлина С.

IIурын – Ғәҙелшин И., Нәҙершина Г.

IIIурын – Билалова К., Баймөхәмәтова А.

      “Шиғри марафон” конкурсы бик йәнле һәм сәмле үтте, тасуири һөйләүсе балалар йомғаҡлау турында ла сығыш яһанылар.

I урын – Ғизетдинова Н., Киселева О.

IIурын –Ибраһимов А., Әхмәтйәнова И.

III урын –Нәҙершина Г., Салауатова Г ., Әхмәрова Д.

Кластарҙа иң грамоталы уҡыусылар билдәләнде, уҡыу тиҙлектәре тикшерелде, иң яҡшы, таҙа торошло дәфтәр эйәләре асыҡланды һәм шуның һөҙөмтәһендә иҫкәрмәләр яһалды.

«Башҡортостанды беләһеңме?» викторинаһында яуаптарҙың төплө, аныҡ, дөрөҫ булыуы – уҡыусыларҙың республикабыҙҙы яҡшы белеүен иҫбатланы.

«Иң грамоталы уҡыусы» конкурсында еңеүселәр:5а – Хужина М., 5б – Ҡолғәйетов А., 6а – Илембәтова Л., 6б-Хажина Р., 7а – Фәтхуллина З., 7б – Ғарипова Г., 8 – Яхина М., 9а-Бәшәрова И ., 9б- Баязитова Ю., 10 – Фәтхуллина А., 11 -Байтурина Ә.

          Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада үтте, һәр кластан иң-иңдәр муниципаль этапҡа һайлап алынды.

    5-6-сылар араһында үткән “Тапҡырҙар. Отҡорҙар. Зирәктәр” уйынында I урын-“Тамъян” командаһына,II урын-“Теремектәр” командаһына бирелде ; 8-9 кластарҙа үткән “БАШ” интеллектуаль уйынында I урын-“Йондоҙсоҡтар”, II-“Дуҫлыҡ”, 10-11-селәрҙең “Бәхетле осраҡ” уйынында I урын-Баймөхәмәтова А.,II урын-Байтурина Ә.,III урын- Мырҙағәлина Э. алды.“Йондоҙло сәғәт” уйынында 7-селәр тигеҙ иҫәп менән еңеү яуланылар.

         Яңы технологиялар нигеҙендә асыҡ дәрестәр күрһәтелде: Билалова И.М. башҡорт теленән 6а кл. “Исем” темаһы буйынса йомғаҡлау дәресе; Хисмәтова А.З. башҡорт теленән 5а кл. “Һүҙбәйләнеш” темаһына.

        Аҙналыҡ Республика көнөнә арналған әҙәби – музыкаль кисә, бай йөкмәткеле концерт, йәрминкә һәм туған тел тураһында шиғыр һөйләү флешмобы менән тамамланды.Дәүләт флагын һынландырған флешмоб барыһының да күңеленә хуш килде һәм байрам кәйефен бермә-бер арттырҙы ғына.

       Аҙналыҡ һуңынан уның уңышлы яҡтары, етешһеҙлектәре һәм уларҙы бөтөрөү хаҡында кәңәшмә үтте.

     Дөйөм алғанда, аҙналыҡ яҡшы кимәлдә ойошторолоуы һәм ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеү йәһәтенән һөҙөмтәле булды.

https://pp.userapi.com/c841222/v841222132/2c48f/4QyfA_o-6F4.jpg https://pp.userapi.com/c841222/v841222132/2c498/SWbd2CgrZns.jpg

  

 https://pp.userapi.com/c824501/v824501283/1ba0f/qTE51z3-3wY.jpg

 

https://pp.userapi.com/c840736/v840736709/148d9/fhRzGJDNobA.jpg https://pp.userapi.com/c840736/v840736709/148f7/57XhqOSN-uM.jpg

 

 

Просмотров: 190 | Добавил: vasilyaqwerty | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar