Главная » 2018 » Апрель » 4 » Поздравляем!
00:05
Поздравляем!

Башҡорт теле уҡытыусыһы Илсиә Мөбәрәк ҡыҙы - «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2018» XXIII республика конкурсы дипломанты !Ҡотлайбыҙ!!!

25 – 29 мартта Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернат базаһында «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2018» XXIII регион-ара конкурсы үтте. Конкурстың бәйгеләрендә республикабыҙҙың төрлө райондарынан, ҡалаларынан һәм күрше региондарҙан килгән 45 уҡытыусы «Асыҡ дәрес», “Мастер-класс”, “Мәғариф проекты” һәм “Мәғариф сәйәсмәндәренең “Түңәрәк өҫтәле”” конкурс эштәрендә көс һынашты. Конкурс һынауҙары тамамланды, ә еңеүселәрҙең исеме 31 март көнө Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының сәхнәһендә билдәләнде.

Район намыҫын конкурстың район этабы еңеүсеһе Ташбулат урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Билалова Илсиә Мөбәрәк ҡыҙы яҡланы. Илсиә Мөбәрәк ҡыҙы бар конкурс эштәрендә лә һынатмай, үҙ һөнәренең оҫтаһы икәнен тағы ла берҙе иҫбат итеп, юғары баһалар алып, «Үҙ педагогик тәжрибәһен таратыуҙа һөҙөмтәле эшмәкәрлек өсөн» дипломына лайыҡ булды.

Артабан да эшегеҙҙә уңыштар, яңы еңеүҙәр теләйбеҙ! Афарин!

Просмотров: 150 | Добавил: vasilyaqwerty | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar